7 декабрь, Шаршамбы

17 май 2016 йыл, 17:13

Ведомствоны автоматлаштырыу буйынса республика проекты — «ПРОФ-IT.2016» Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың «Мөлкәт» автоматлаштырылған системаһы буйынса проекты «ПРОФ-IT.2016» Бөтә Рәсәй конкурсының «Ведомствоны автоматлаштырыу» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 16 майҙа Өфөлә «ПРОФ-IT.2016» Бөтә Рәсәй төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсы асылды. Сараны ойоштороусы — Электрон дәүләттең эксперт үҙәге.

Башҡортостан проектының төп маҡсаты — муниципаль мөлкәт менән идара итеү процестарын мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү. Бынан тыш, проект бөтә документтарҙы әҙерләүҙе автоматлаштырыуҙы һәм электрон документтар әйләнешен күҙ уңында тота.

Икенсе урында — Новосибирск өлкәһенең проекты. Ул ведомстволарҙы автоматлаштырыу өсөн мәғлүмәт системаларының берҙәм платформаһын индереүгә ҡағыла.

Өсөнсө урынға Төмән өлкәһе проекты лайыҡ булды: «Хаҡтарға мониторинг» мәғлүмәт системаһы».