11 декабрь, Йәкшәмбе

17 май 2016 йыл, 16:43

Башҡортостанда табиптар төбәктә ВИЧ-инфекциялылар өсөн дарыуҙарҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаға

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялылар өсөн дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ һәм булмаясаҡ. СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, «пациенттарға антиретровируслы препараттар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәргә бәйле борсолоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Сирлеләр дауаланыу үтә, был киләсәктә лә һаҡланасаҡ».

15 майҙа Бөтә донъя СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө уңайынан «Дождь» телеканалында марафон ойошторолдо. Тапшырыуҙа республикала ВИЧ-инфекциялыларҙың ярты йыл буйына дауа алмауҙары хаҡында мәғлүмәт яңғыраны.

Рафаэль Яппаров быны кире ҡаҡты. Бөгөн сит ил препараттарын алырға күнеккән пациенттарға илебеҙҙә етештерелгән дарыуҙар тәҡдим итәбеҙ, тине ул. Улар иһә сит ил аналогтарынан бер ҙә ҡалышмай.

«Стандарттарға ярашлы, ВИЧ-инфекциялы бөтә пациенттарға ла дауалау ҡаралмаған. Башҡортостанда 4800 кеше даими рәүештә антиретровируслы дарыуҙар ҡабул итә. Дәүләт комиссияһы ҡарары сиктәрендә 2020 йылға Рәсәйҙә ВИЧ-инфекциялыларҙың 60 проценты дауаланырға тейеш», — тип аңлатма бирҙе Рафаэль Яппаров.