Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә «йылға-диңгеҙ» портын төҙөргә ниәтләйҙәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы потенциаль инвестор — «ЯВА» компаниялар төркөмө менән Ағиҙелдә сәнәғәт майҙансығын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, индустриаль парк инфраструктураһына инвестициялар йәлеп итеү һәм ҡалала «йылға-диңгеҙ» портын төҙөү мөмкинлеге тикшерелде. Был хаҡта Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Фекер алышыуҙа Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Артем Кирәев, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Крысин һәм «ЯВА» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы рәйесе кәңәшсеһе Альберт Рыҫкилдин ҡатнашты.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, әлеге ваҡытта Ағиҙелдең сәнәғәт үҫеше концепцияһы әҙерләнә. «Башҡортостандың төҙөлөш материалдары» индустриаль паркының күпселек объекттары яңы резиденттар ҡабул итергә һәм сәнәғәт етештереүен ойошторорға әҙер.

«ЯВА» компаниялар төркөмө вәкиле Альберт Рыҫкилдин проектта ҡатнашыуға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Тикшереү йомғаҡтары буйынса проектты тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле документтар әҙерләү, шулай уҡ «ЯВА» компаниялар төркөмөнөң индустриаль парк майҙандарын файҙаланыу мөмкинлектәрен баһалау буйынса артабан берлектә эшләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Әлеге мәлдә «ЯВА» компаниялар төркөмө илдә 100-ҙән ашыу проектты ғәмәлгә ашырған. Уның тарафынан 250 саҡрымға яҡын магистраль газ үткәргес, дөйөм майҙаны 1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән, 350 саҡрымдан ашыу инженер селтәрҙәре һуҙылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть