Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Туймазынан башҡорт бейеү коллективы халыҡ-ара конкурста Гран-приға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазы ҡалаһының «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле (7-10 йәш төркөмө) «Рәсәй раузалары» халыҡ-ара бейеү сәнғәте конкурсында ҡатнашты. Бәйге Мәскәү өлкәһенең Истра ҡалаһында уҙҙы. «Сәфәр» ансамбле башҡорт, белорус, рус, ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһап, «Халыҡсан-стилләштерелгән бейеү» номинацияһында Гран-при, «Халыҡ бейеүе» номинацияһында I дәрәжә лауреат дипломын яуланы, «Милли традицияларҙы һаҡлаған өсөн» дипломы менән билдәләнде. Ансамблде Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеәхмәт Зарипов етәкләй, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.

Конкурс Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда һәм Болгарияла бойомға ашырылған Халыҡ-ара балалар хореография проекты сиктәрендә ойошторолдо. Унда Латвиянан, Ҡаҙағстандан, Рәсәйҙән балалар бейеү коллективтары ҡатнашты. Сығыштарҙы «Ҡайынҡай» дәүләт академия ансамбле етәксеһе, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, профессор, академик Мария Кольцова рәйеслегендәге жюри ағзалары баһаланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть