8 декабрь, Кесе йома

17 май 2016 йыл, 14:00

Башҡортостанда иң яҡшы 50 күп фатирлы йорт билдәләнде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2015 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Төбәктәге 50 күп фатирлы йорт иң яҡшыһы тип танылды.

Конкурс еңеүселәре Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының дипломдары һәм 100 мең һум аҡса менән бүләкләнә. Аҡсалата премияны күп фатирлы йортто һәм ошо йорттоң мөлкәте составына ингән ер участкаһын ҡарауға, шулай уҡ 10 процентҡа тиклемге өлөшөн күп фатирлы йорт советы рәйесенә йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесенә премия итеп бирергә мөмкин.

Конкурс кешеләргә уңайлы йәшәү шарттары булдырыу һәм торлаҡ фондын төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашыусыларҙың башланғыстарына ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдиме буйынса йыл һайын уҙғарыла.

Сараның ойоштороусыһы — республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.