10 декабрь, Шәмбе

17 май 2016 йыл, 12:42

Республика фермерҙары 302 миллион һумлыҡ грант алды

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында фермерҙарға — «Ғаилә малсылыҡ фермалары» һәм «Яңы эш башлаған фермер» программалары буйынса һайлап алыуҙа еңеүселәргә сертификаттар тапшырылды.

Ике программа сиктәрендә 302 миллион һум 114 яңы эш башлаған фермерҙар һәм 34 ғаилә малсылыҡ фермалары башлыҡтары араһында бүленде. Ауыл хужалығының төп йүнәлештәренән тыш, балыҡсылыҡ, еләк үҫтереү һәм үҫемлекселек буйынса проекттар ҙа грант алды.

Төбәктең ауыл хужалығы министры Николай Коваленко фермерҙар хеҙмәтенең иҡтисад өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Бөгөн республика ауыл хужалығы тулайым продукцияһының яҡынса 10 проценты, йәғни 15 миллиард һум самаһы уларҙың өлөшөнә тура килә.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылдан алып яңы эш башлаған фермерҙар һәм ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү өсөн 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән, 653 фермер хужалығы грант алған.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан йүнәлтелгән аҡса күләме буйынса дүрт төбәк иҫәбенә инә.

Һуңғы биш йылда республикала бөтәһе меңдән ашыу яңы фермер хужалығы ойошторолған.