Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә вертолетты ҡапыл ултыртыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөлә вертолетты ҡапыл ултыртыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был хаҡта Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты транспортында Волга буйы тикшереү идаралығы хәбәр итә.

Тикшереү фаразы буйынса, 13 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-се яртыла «Лайт Эйр» авиакомпанияһына ҡараған «Robinson R 66» маркалы вертолет Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылы эргәһендәге баҫыуға төшә. Ваҡиға һауа судноһында уҡыу-күнекмә осошон яһағанда теркәлә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, зыян күләме 44 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Пилот һәм пассажир зыян күрмәгән.

Әле тикшереү эштәре алып барыла, шаһиттарҙан һорау алына, экспертиза үткәрелә. Ваҡиғаға вертолеттың техник етешһеҙлектәре һәм пилоттың хатаһы сәбәпсе булыуы ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть