6 декабрь, Шишәмбе

17 май 2016 йыл, 11:27

Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно-төркөмө Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно-төркөмө Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнаша. 27 июлдән 17 авгусҡа тиклем төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре Мексикаға йыйыла. Башҡортостан артистары Сакатекас һәм Мехико ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. Рәсәйҙән Пермь крайы коллективы ла бар.

Ғәскәровсыларҙың бер сәғәтлек программаһында алтын фондҡа ингән 10-ға яҡын башҡорт милли бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк. Башҡортостан артистары Бөтә донъя фольклориадаһын рәсми асыу тантанаһында, ҙур халыҡ ижады фестивале барышында күп кенә концерттарҙа сығыш яһаясаҡ.

Һуңынан Бөтә донъя фольклориадаһы эстафетаһы 2020 йылда сараны ҡабул итәсәк Башҡортостан делегацияһына тапшырыла. Дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылған ҙур фольклор фестивале планетаның төрлө мөйөштәренән бөтә сәнғәт вәкилдәрен бергә туплаясаҡ.

«Мексика өсөн әҙерләгән программаны тәүҙә Өфө тамашасыһына күрһәтергә ниәтләйбеҙ. Концерттар 15 һәм 16 июндә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында уҙа», — тип хәбәр итте Ғәскәров исемендәге ансамблдең директоры Филүс Ҡаҙаҡбаев.