Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда электр энергияһы өсөн дөйөм йорт ихтыяжы яңыса иҫәпләнәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

1 майҙан Башҡортостанда электр энергияһы өсөн дөйөм йорт ихтыяжы яңыса иҫәпләнәсәк. «Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Олег Козловтың матбуғат конференцияһында әйтеүенсә, июндә граждандар фатирҙа электр энергияһын ҡулланған һәм дөйөм йорт ихтыяжы нормативы өсөн иҫәп аласаҡ. Айырманы иһә идара итеүсе компания түләйәсәк. Республикала күп фатирлы фондтың яртыһында дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләү алты проценттан артмай, тип билдәләне топ-менеджер. Улар өсөн бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк. Дөйөм йорт ихтыяжы дәүмәле күберәк булған йорттарҙа йәшәгән кешеләргә түләү аҙыраҡ буласаҡ.

«Фатирҙа күпме ҡулланғанһың, шунса түлә. Шулай уҡ йорттағы счетчик, норматив буйынса түлә. Ҡалғанын иһә идара итеүсе компания үҙ өҫтөнә аласаҡ. Сөнки идара итеүсе компаниялар энергия ҡулланыуҙы кәметеүгә иғтибар итәсәк. Был уларҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлегенең күрһәткесе буласаҡ», — тип йомғаҡ яһаны торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк Йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский.

Олег Козлов һөйләүенсә, дөйөм йорт ихтыяжы юғары булған йорттарҙың сығымдарын тикшереү барышында уларҙың щиттарына предприятие, сауҙа киоскы, йә иһә светофор, хатта полиция пунктының тоташтырылған булыуы  асыҡланған. Хәҙер идара итеүсе компаниялар сығымдарҙы күҙәтеп барасаҡ, сөнки уларҙы йортта йәшәгән кешеләрҙең иҫәбенә яҙа алмаясаҡ.

«Дөйөм йорт ихтыяжы энергияны һаҡсыл ҡулланыуға бәйле. Был мәсьәләне бер йылда ғына хәл итеп булмаҫ, моғайын. Йорттарҙың күбеһендә лампочкалар тәүлек буйына янып тора. Энергия ҡулланыуҙы кәметеү буйынса программалар ҙа бар. Һуңғы йыл ярым эсендә беҙ дөйөм йорт ихтыяжының уртаса күләмен 22 проценттан 11-гә тиклем кәметә алдыҡ», — тип хәбәр итте Башҡортостан энергия һатыу компанияһының башҡарма директоры.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть