Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Республика илдә файҙаланылған телекоммуникация ҡорамалдарының яртыһын етештерергә әҙер — Дмитрий Шаронов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан илдә файҙаланылған телекоммуникация ҡорамалдарының 50 процентҡа яҡынын етештерергә һәләтле. Был хаҡта «ПРОФ-IT-2016» төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү бөтә Рәсәй форумында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов белдерҙе.

«Алдағы биш йылда компьютер, юғары тиҙлекле коммутатор, мәғлүмәт һаҡлау серверҙарының яҡынса 75-80 процентын етештерә алыр инек, — тине Дмитрий Шаронов. — Был — хәүефһеҙлек нигеҙе, беҙ уны контролдә тоторға, ил етештереүселәре уға идара итергә тейеш».

Әлеге ваҡытта телекоммуникация ҡорамалдары етештереүселәрҙең төбәк кластерына 15 компания инә.

«Беҙ дәүләт аҡсаһын ҡиммәтле һынау ҡорамалын һатып алыуға йүнәлттек, шул арҡала һуңғы ике йыл эсендә Башҡортостанда импортты алмаштырған ҡорамалдарҙың бер нисә төрө барлыҡҡа килде. Бындай хәл элек Рәсәйҙә булманы», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Хөкүмәте вице-премьеры.

Яңы асыштар иҫәбендә — тәүге сәнәғәт индустриаль коммутаторы, шулай уҡ Һаҡлыҡ банкы селтәрҙәрендә һынау үткән яңы коммутаторҙар селтәре.

Алдан хәбәр ителгәнсә, йыл һайын Рәсәй компаниялары IT-ҡорамалдар һатып алыуға 300 миллиард һум аҡса тотона, шуларҙың 90 проценты сит ил тәьминәтселәренә йүнәлтелә, тип билдәләне Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Щеголев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть