4 декабрь, Йәкшәмбе

16 май 2016 йыл, 16:30

Башҡортостанда мотоциклсылар юл-патруль хеҙмәтенең иғтибар үҙәгендә буласаҡ

фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Бөгөн, 16 майҙа, Башҡортостанда «Мотоцикл» иҫкәртеү операцияһы башланды. Был хаҡта республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында хәбәр итте.

«Мотоцикл» операцияһы миҙгел тамамланғанға тиклем дауам итә. Беҙ әленән-әле ошо транспортҡа ҡарата эште көсәйтәсәкбеҙ. Шуға күрә уның техник торошон даими тикшереп торорға кәрәк», — тип яҙа Динар Ғилметдинов.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: дөйөм талаптарға яуап бирмәгән транспорт махсус туҡталҡаға ҡуйыласаҡ.