Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

«Берҙәм Рәсәй» проекты сиктәрендә Өфөнөң Дим районында дүрт балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөнөң Дим районында балалар өсөн заманса уйын комплекстары төҙөләсәк. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты барышында халыҡ сходында майҙансыҡтар төҙөү мәсьәләһе киҫкен торған дүрт адрес билдәләнде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.

Осрашыу ваҡытында кешеләр мөһим проблемаларҙы хәл итеү буйынса үҙҙәренең башланғыстарын тәҡдим итте. Быйыл төҙөлөш миҙгелендә «Орион» балалар-үҫмерҙәр үҙәге биләмәһендә, «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркында, Левитан, М.Йәлил урамдары ихатаһында яңы майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк, тип билдәләнде.

«Реаль эштәр» проекты Башҡортостанда 2015 йылда башланды. Программа ауылдарҙың төп социаль, мәҙәни һәм инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Тәүге йылда районда йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәре буйынса «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркында «Ермак» аттракционы ҡуйылды, бөгөн ул ҡала халҡында бик популяр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть