11 декабрь, Йәкшәмбе

16 май 2016 йыл, 15:17

Төбәктә Экология министрлығы «Кроношпан» заводының эргә-тирәләге ауылдарҙың һауаһына йоғонтоһон баһаланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы «Кроношпан Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең санитар-һаҡлау зонаһы сигендә атмосфера һауаһы торошона экологик мониторинг үткәреүен дауам итә.

2015 йылдың авгусынан 2016 йылдың мартына тиклем предприятиеның йоғонтоһон баһалау өсөн тикшереүҙәр алып барылды. Князев, Дорогин, Светлая ауылдарында, Шакша биҫтәһендә атмосфера һауаһы торошон баһалау буйынса бөтәһе 48 планлы һәм пландан тыш тикшереү ойошторолдо.

Дәүләт аналитика контроле идаралығы атмосфералағы аммиак, формальдегид, көкөрт, азот диоксиды, углерод оксиды, туҙан миҡдарын тикшерҙе. Һөҙөмтәлә «Кроношпан Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡалдыҡтары өсөн хас матдәләрҙең артыҡ булмауы асыҡланды. Предприятиеның санитар-һаҡлау зонаһы сигендә атмосфера һауаһы торошона экологик мониторинг үткәреү дауам итәсәк.