Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан 17 йәшлек һылыуҡай «Рәсәй королеваһы-2016» титулына дәғүә итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Мисс Башкортостан-2016» республика матурлыҡ конкурсы финалсыһы, 17 йәшлек Нефтекама ҡыҙы Рәминә Хәмиҙуллина ошо көндәрҙә Мәскәүҙә барған «Рәсәй королеваһы-2016» бөтә Рәсәй гүзәллек бәйгеһенең финалына сыҡты.

«Мисс Башкортостан» модель агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, республика вәкиле ошо конкурста тәүге урындарҙы яулауға лайыҡ. Сибәр, спорт менән шөғөлләнгән һәм маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ «Мисс Нефтекамск-2014» титулына эйә, башҡа гүзәллек конкурстарында ҡатнашыу тәжрибәһе лә бар. Рәминә бокс менән мауыға, интерьер дизайнеры һөнәренә уҡый.

Конкурстың финалы 21 майҙа уҙа. Илле һылыуҡайҙың береһе «Рәсәй королеваһы» титулына эйә буласаҡ. Быйыл бәйге «Рәсәйҙә Һиндостан мәҙәниәте» фестивале барышында Һиндостан мәҙәниәте үҙәге ярҙамында ойошторола, махсус рәүештә «Һиндостан принцессаһы» номинацияһы булдырылған. Еңеүсегә төп бүләк — Һиндостанға сәйәхәт.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть