9 декабрь, Йома

16 май 2016 йыл, 12:39

Өфөлә «ПРОФ-IT-2016» Бөтә Рәсәй форумы асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында «ПРОФ-IT-2016» Бөтә Рәсәй төбәк мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсы асылды. Тап ошонда ил күләмендәге бәйгенең финалына үткән иң яҡшы проекттар билдәле буласаҡ.

«ПРОФ-IT» конкурсын Электрон дәүләттең эксперт үҙәге һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойошторҙо.

Өфөгә ҡәҙәр Бөтә Рәсәй төбәк мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсы Сыктывкарҙа, Рязандә һәм Ханты-Мансиҙа уҙғарылды.

Электрон дәүләттең эксперт үҙәге етәксеһе Павел Хилов билдәләүенсә, тап Өфөлә «ПРОФ-IT» яңы форматта үтә. Хәҙер ул конкурс ҡына түгел, бөтә Рәсәй форумы, унда мәғлүмәт технологияларын мәғариф, транспорт өлкәләрендә ҡулланыу мәсьәләләре тикшереләсәк.

Власть һәм урындағы үҙидара органдарындағы программа тәьминәтендә импортты алмаштырыу бөгөн асылған форумдың төп темаһы буласаҡ.

Өфөлә «ПРОФ-IT-2016» форумы ике көн буйына дауам итәсәк.