4 декабрь, Йәкшәмбе

16 май 2016 йыл, 12:08

Төбәктә Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үткәрелә

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 29 майҙа Өфөлә республика Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үткәрелә. Сараны ойоштороусылар булып islamrb.ru порталы һәм «Рисалят-Послание» гәзите ярҙамында Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты сығыш яһай.

Изге Ҡөрьән уҡыу оҫталығы буйынса ярыштарҙа төрлө номинациялар ҡаралған. Ете йәшкәсә балалар — «Фил», «Нәс», 7-12 йәшлектәр «Фәджр», «Ән-Нас» сүрәләрен белергә тейеш. Өсөнсө номинация — 12-16 йәшлек балалар. Бәйге теплоходта уҙғарыла.

Сығыштарҙы Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты етәкселеге, М.Солтанова исемендәге Ислам колледжы уҡытыусылары һәм ғәрәп илдәренән тәжрибәле профессионалдар составындағы жюри баһалаясаҡ. Эксперттар аяттарҙы белеүгә генә түгел, уларҙы дөрөҫ уҡыуға ла иғтибар итәсәк. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ, улар араһында ноутбук, һанлы техника, спорт инвентары бар.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурс 10 йыл буйына ойошторола һәм унда Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстандан йөҙҙәрсә бала ҡатнаша.