8 декабрь, Кесе йома

16 май 2016 йыл, 11:20

Башҡортостанда Дүртөйлө – Нефтекама юлы төҙөкләндереләсәк

фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл дөйөм оҙонлоғо 91 саҡрым тәшкил иткән муниципаль-ара әһәмиәтендәге Дүртөйлө – Нефтекама юлын ремонтлау ҡаралған. Был хаҡта Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Әлеге ваҡытта юлдың 84 саҡрымы — Юл хужалығы идаралығы милкенә, 84 саҡрымдан 88 саҡрымға тиклеме «Башнефть» компанияһына ҡарай. Хәҙер юлдың был участкаһын республика милкенә тапшырырға әҙерләйҙәр. 88 саҡрымдан 91 саҡрымға тиклеме — Нефтекама ҡалаһының муниципаль милкендә.

Дүртөйлө — Нефтекама юлы Башҡортостандың Дүртөйлө, Ҡалтасы һәм Краснокама райондары аша үтә. Был миҙгелдә бөтәһе 58 саҡрым юл ремонтланасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл территориаль заказ сиктәрендә республикала 600 саҡрымдан ашыу төбәк юлдарын төҙөкләндереү ҡаралған.