8 декабрь, Кесе йома

16 май 2016 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүселәрен ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүселәрен ҡотланы. Лауреаттарҙың гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

Республика Башлығы конкурста ҡатнашыусыларға һәм уны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, жюри ағзалары эшенең әһәмиәтен билдәләне.

– Лондон, Мадрид, Париж һәм донъяның башҡа күп ҡалалары Владимир Теодоровичҡа ошондай конкурсты уҙғарырға тәҡдим иткәндәрен беләм. Әммә Владимир Теодорович – беҙҙең яҡташыбыҙ, шуға ла ул Өфөнө һайланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бәйгелә ҡатнашҡандарҙың барыһын да ҡотлағым килә. Йәш музыканттар үҙҙәренең сағыу һәләттәрен күрһәтте. Улар – ысын таланттар. Алда уларҙы яҡты киләсәк көтә. Даниэль Лозаковичтың беренсе премияға лайыҡ булыуы бик һәйбәт. Ул бында халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы лауреаты исемен яуланы.

Төбәк етәксеһе Өфөгә конкурсты уҙғарыу хоҡуғын бирергә тәҡдим итте. Бәйге республика брендына әүерелеүе ихтимал.

Өфөлә Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы Башҡортостан Башлығының 13,5 миллион һум күләмендәге грант аҡсаһына ойошторолдо. Сарала 15-26 йәшлек музыканттар ҡатнашты. Бәйгенең башланғыс этабында сығыш яһау өсөн донъяның һигеҙ иленән 41 ғариза ҡабул ителде. Жюри Рәсәйҙән, Европа, Азия һәм Америка илдәренән 12 ҡатнашыусыны билдәләне. Конкурс сиктәрендә күренекле музыканттар, педагогтар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Приз фонды – билдәле оҫталарҙың (Карло Джузеппе Оддоне, Алан Карбонар, Мария Стрельникова, Игорь Улицкий) яҡынса 8,6 миллион һумлыҡ скрипкалары.

Беренсе урынды Даниэль Лозакович (15 йәш, Швеция) яуланы, икенселә – Агнеш Лангер (23 йәш, Венгрия) һәм Маи Судзуки (26 йәш, Япония), өсөнсө урында – Леонид Железный (22 йәш, Рәсәй). Тамашасылар һөйөүе призы Башҡортостан вәкиле, Өфөнөң урта махсус музыка колледжы уҡыусыһы Анастасия Мамяшеваға (18 йәш) тапшырылды. Ул шулай уҡ Мария Лундина менән бергә (15 йәш, Рәсәй) «Өмөт» махсус премияһына лайыҡ булды.