4 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2016 йыл, 17:46

Республикала 80 магазин «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Изгелек кәрзине» проектына ҡушылды

фото: «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары «Изгелек кәрзине» проектына старт бирҙе. «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында быйыл яҙ башланған дүрт партия башланғыстарының береһе менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Унда депутаттар корпусы, ветеран ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр ҡатнашты.

13 апрелдә партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев журналистарға «Изгелек кәрзине» тип аталған проект әҙерләүҙәре хаҡында һөйләне.

«Изгелек кәрзине» республикалағы ҙур магазиндарға ҡуйыла. Һәр кем мәрхәмәтлек күрһәтеү һәм боҙолмай торған аҙыҡ-түлек һалыу мөмкинлегенә эйә. Һуңынан улар мохтаждарға таратып биреләсәк, — тип аңлатма бирҙе төбәк парламенты спикеры. — Проект тәү сиратта социаль яҡтан яҡланмаған кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән».

Халыҡтың ошо башланғысҡа нисек ҡарауын тикшереү өсөн Өфөләге ике магазинда (Октябрь проспекты,124 һәм Чернышевский урамы, 127) махсус кәрзиндәр һәм реклама плакаттары ҡуйылды. Баш ҡалала йәшәүселәр уны дәррәү күтәреп алды.

Бер ай үткәс, 13 майҙа, «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина проект менән таныштырыу сараһын үткәрҙе. Акцияла бөтә республика буйынса 80 магазин ҡатнаша. Улар — «Батыр» компаниялар төркөмөнөң сауҙа селтәрҙәре («Байрам», «Һабантуй», «Икмәк» магазиндары), «Ярмарка» магазиндар селтәре, «Матрица» һәм башҡалар.

Өфөләге сауҙа селтәрҙәрендә 20 кәрзин ҡуйылған да инде. Бөгөн ҡалған 60-ы республика ҡала һәм райондарына ебәрелә. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Самсонов һөйләүенсә, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан, Нефтекаманан ҡаланың төрлө урындарында өҫтәмә «кәрзиндәр» урынлаштырыу тураһында тәҡдимдәр килгән.  

«Әлеге акцияның үҙенсәлеге шунда: ул сауҙа селтәрҙәре һәм хәйриә ойошмаларында ғына тормошҡа ашырылмай, ә республика кимәленә сыға. Бындай проект тәүге тапҡыр ғәмәлгә ашырыла һәм уның ваҡыты сикләнмәҫ, тип ышанабыҙ», — тине Зөһрә Рәхмәтуллина.