6 декабрь, Шишәмбе

13 май 2016 йыл, 16:38

Рөстәм Хәмитов «Йыл инженеры» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 13 майҙа Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йыл инженеры-2015» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары һәм «Case-in» Халыҡ-ара инженерҙар чемпионатының төбәк һайлап алыу турында еңеүселәр менән осрашты.

Осрашыу барышында конкурс лауреаттары – республиканың төп предприятиелары инженерҙары үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы, Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы вәкилдәре иһә инженерҙар чемпионатында ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне.

– Ниһайәт, йәмғиәттә инженерлыҡ эшенә ҡыҙыҡһыныу уянды. Ниһайәт, юғары уҡыу йорттары студенттарҙы конкурс нигеҙендә инженер факультеттарына ҡабул итә. Был – алға табан  ҙур аҙым. Йәштәрҙең, ата-әсәләрҙең инженерлыҡ эшенең кәрәкле булыуын аңлауҙары мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һәйбәт инженерҙың ғаиләһе лә етеш тормошта йәшәйәсәк, үҫеш тә буласаҡ. Инженер һәр саҡ кешелектең, фәндең үҫешен, алда беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтөүен аңлаясаҡ.

2015 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан предприятиелары исеменән сығыш яһаған Александр Самойлов ( «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Информатика, мәғлүмәт селтәрҙәре һәм иҫәпләү техникаһы» номинацияһы) һәм Артур Ғарипов («Технодинамика» акционерҙар йәмғиәте, «Авиация һәм космонавтика» номинацияһы) конкурс лауреаттары исемен алды.

Ирина Моратова («Технодинамика» акционерҙар йәмғиәте, «Авиация һәм космонавтика» номинацияһы) һәм Елена Исаева («Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Белорет электр селтәрҙәре» етештереү бүлексәһе, «Экология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы» номинацияһы) «Профессиональ инженерҙар» версияһында тәүге һайлап алыу турын үтте.

«Йәштәрҙең инженерлыҡ сәнғәте» версияһы буйынса Альберт Мөхәмәтғәлиев («Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Нефть һәм газ сәнғәте» номинацияһы) һәм Евгений Литвинов («Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Авиация һәм космонавтика» номинацияһы) «Беренсе турҙа еңеүсе» дипломы менән бүләкләнде.