6 декабрь, Шишәмбе

13 май 2016 йыл, 15:44

Айрат Ғәскәров Рәсәйҙең финанс министры ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Айрат Ғәскәров Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуановтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Рәсәй Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә ошо мәғлүмәтте раҫланылар. 2015 йылдың ноябренә тиклем Айрат Ғәскәров «Уралсиб» банкының идара рәйесе вазифаһын башҡарҙы.

Айрат Ғәскәров — Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы. 2002-2010 йылдарҙа — республиканың финанс министры, 2010-2011 йылдарҙа Федерация Советы ағзаһы була, һуңынан Һаҡлыҡ банкында вице-президент вазифаһында эшләй.