6 декабрь, Шишәмбе

13 май 2016 йыл, 15:02

Башҡортостанда 800-ҙән ашыу бала талпандан тешләнгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 2496 кеше талпандан зыян күреп, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, шуларҙың 812-һе — балалар.  

Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, талпандан зыян күреүселәр һаны 60 проценттан ашыуға артҡан. Үткән аҙнала медицина учреждениеһына 1427 кеше, шул иҫәптән 461 бала мөрәжәғәт иткән.

Дауаханаға килгәндәрҙең 35,9 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән. Республиканың гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 1866 бөжәк тикшерелгән, шуларҙың 102-һендә талпан энцефалиты асыҡланған. 133 талпанда боррелиоз сирен ҡуҙғытыусы вирус табылған.

Төбәктә талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән.

Белгестәр иҫкәртеүенсә, талпан ҡаҙалған осраҡта уны тиҙерәк тартып сығарырға кәрәк. Һуңынан дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итеү зарур.

Учреждениеларҙың адрестары, телефондары һәм эш графигы Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы сайтында баҫылған.