5 декабрь, Дүшәмбе

13 май 2016 йыл, 14:00

Республиканың бер нисә районында көслө ел арҡаһында йорттарҙың ҡыйығы емерелгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы, Мишкә райондарында көслө ел арҡаһында электр линиялары өҙөлгән, йорттарҙың ҡыйығы емерелгән. Был хаҡта республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итте.

Краснокама районының Суғанаҡ, Яңы Ҡабаҡ, Һахлау, Иҫке Әшит, Яңы Нуғай, Яңы Хажи, Яңы Мошто, Миняевка, Можары ауылдарында электр линиялары өҙөлгән. Шәхси ферманың, Шушнур ауылында ике ҡатлы урта мәктәптең ҡыйығы емерелгән. Ҡалтасы районындағы алты ауылда электр линиялары өҙөлгән, бер йорттоң һәм ике һарайҙың, Яңауыл районының Сөрауыл ауылында ике өйҙөң һәм бер һарайҙың ҡыйыҡтары емерелгән. Мишкә ауылында электр линиялары өҙөлгән, 26 йорт электрһыҙ ҡалған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Урынға зыянды асыҡлау һәм мәғлүмәт туплау маҡсатында янғын-ҡотҡарыу гарнизондары һәм район хакимиәттәренең оператив төркөмдәре ебәрелгән.