8 декабрь, Кесе йома

13 май 2016 йыл, 12:44

Башҡортостанда Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе отставкаға китте

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харрасов отставкаға китте, тип хәбәр итә «Коммерсант-Өфө» гәзите, мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанып. Контроль-иҫәп палатаһының матбуғат хеҙмәтендә етәксенең эштән китеүен раҫланылар.

Контроль-иҫәп палатаһы рәйесен Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары һайлай. Киләһе пленар ултырыш 19 майҙа үтә, әммә, республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлегә уның көн тәртибендә Контроль-иҫәп палатаһы рәйесен һайлау тураһында пункт юҡ.

Салауат Харрасов 2009 йылдан алып ведомствоға етәкселек итте. 2014 йылдың ноябрендә ул тағы ла биш йылға ҡайтанан һайланды.

темалар: кадрҙар