3 декабрь, Шәмбе

13 май 2016 йыл, 12:08

Өфөлә Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы финалистары билдәләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы финалистарының исемдәре билдәле булды. Һөҙөмтәләрҙе жюри рәйесе Михаил Копельман иғлан итте. Улар — Леонид Железный (Рәсәй), Маи Судзуки (Япония), Агнеш Лангер (Венгрия), Даниэль Лозакович (Швеция).

15 майҙа үтәсәк гала-концертта «Өмөт» махсус премияһына эйә булыусыларҙың исеме аталасаҡ, тип белдерҙе Владимир Спиваков. Маэстро әйтеүенсә, финалға үтмәгән музыканттарҙың һәр береһе залда ҡалып, жюри ағзалары менән үҙенең сығышын тикшерә ала. Ике турҙың йомғаҡтары буйынса конкурсанттарға ярҙам иткән дүрт Мәскәү концертмейстеры Анна Тамаркина, Наталья Игумнова, Зоя Аболиц һәм Сергей Безродный бүләкләнде.

14 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бәйгенең оркестр менән финал туры уҙа. Дирижер пульты артында — Эстониянан саҡырылған маэстро Михаил Гертс.

Конкурстың сайтында тамашасылар һөйөүе призы өсөн тауыш биреү дауам итә.