Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

2020 йылға Салауатта заманса медицина комплексы буласаҡ – Башҡортостан Башлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

12 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Салауатҡа эш сәфәре барышында ҡалалағы күп функциялы дауахананың эше менән танышты. Ул 1989 йылда төҙөлә башланған, әммә артабан туҡтатылған. 2014 йылда ғына бында төҙөлөш эштәре тергеҙелгән. 2016 йылдың мартында өс корпустың икәүһе файҙаланыуға тапшырылған. 97 миллион һумлыҡ 70-тән ашыу медицина ҡорамалдары берәмеге ҡуйылған.

Алты ҡатлы беренсе корпуста эндоскопия, терапия, хирургия (күҙ), ҡан тамырҙары (неврология һәм кардиология) бүлексәләре, шулай уҡ реанимация, реабилитация һәм ультратауыш тикшереүе бүлексәһе урынлаша. Дүрт ҡатлы икенсе корпуста – физиотерапия, рентген һәм клиник тикшереү бүлексәләре. Әлеге ваҡытта өсөнсө корпусты ремонтлау буйынса мәсьәлә хәл ителә.

– Тағы ла эшләнеп бөтмәгән, уҙған ун йыллыҡта төҙөлгән корпустар бар. Бөгөнгө талаптарҙан сығып ҡарағанда, улар бер ниндәй тәнҡитте лә күтәрә алмай, – тине республика Башлығы. – Шуныһы ҡыҙғаныс: 10 йыл элек сифатһыҙ төҙөгәндәр, бөгөн иһә быны ҡайтанан эшләү өсөн күп аҡса эҙләргә кәрәк. Эҙләйәсәкбеҙ, ошо аҡсаны табасаҡбыҙ. 2020 йылға Салауатта заманса, бөтә талаптарға яуап биргән медицина комплексы буласаҡ.

Салауаттар Рөстәм Хәмитовҡа дауахана төҙөлөшөн тамамлауҙа ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Мәҫәлән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ҡатын әйтеүенсә, хәҙер уға балаһын Өфөгә йәки башҡа ҡалаларға йөрөтөргә кәрәкмәй, сөнки Салауатта ла тикшерелергә һәм дауаланырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть