11 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2016 йыл, 10:18

Акрил етештереүҙе индереү менән Салауат ҡалаһына өҫтәмә экологик йөкләмә булмаясаҡ – Рөстәм Хәмитов

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында «Акрил Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә төҙөлөүсе акрил кислотаһы һәм акрилат комплексында булды. Уның ойоштороусыһы – «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Комплекс суперабсорбенттар, акрил дисперсиялары һәм буяу сығарыу өсөн тәғәйенләнгән. Уға йылына 80 мең тонна акрил кислотаһы, 80 мең тонна бутилакрилат һәм 35 мең тонна боҙло акрил кислотаһы етештереү ҡеүәтенә эйә булған ҡулайламалар индерелә. Проектты тормошҡа ашырыу илдә лак-буяу материалдарын етештереү өсөн тотороҡло сеймал базаһын булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Рөстәм Хәмитов операторҙарҙың һәм төп етештереү майҙансығын ҡараны. Яңы предприятиеның нигеҙенә япон технологияһы һалынған, тип хәбәр итте компанияның инвестициялар һәм капиталь төҙөлөш буйынса директоры Рөстәм Ғәлиев. Был тирә-яҡ мөхитте зарарлы йоғонтонан һаҡлай, энергияны аҙ файҙалана һәм юғары сифатлы продукция алырға булышлыҡ итә.

– Бөтәһе лә зарарһыҙландырылған, бер ниндәй ҙә өҫтәмә экологик йөкләмә булмаясаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Халыҡ быны белергә тейеш. Уларға экологик яҡтан таҙа производство булыуын аңлатыу мөһим. Уның бөгөнгө хәле Салауатта атмосфераны таҙартырға ярҙам итәсәк. Был заманса производство, унда зарарлы ҡалдыҡтарҙы таҙартыу кимәле ҡаралған. Бөгөн ошо ҡулайламаны индереү менән хәл яҡшырасаҡ тигән тулы ышаныс бар.

Яңы производствола 350-гә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проектҡа һалынған инвестициялар 39 миллиард һум тәшкил итә. Объектты 2016 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Әлеге ваҡытта продукцияның 80 процентын экспортҡа сығарыу планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы артабан аҙаҡҡы продукция етештереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәгендә булды, «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инвестиция проекттары менән танышты.