7 декабрь, Шаршамбы

12 май 2016 йыл, 17:45

Республикала «Ҡоролтай тауышы» тигән яңы гәзит сыға башлай

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Ҡоролтай тауышы» тигән яңы гәзит сыға башлай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ултырышында шул хаҡта һөйләшеп килешелде. Фекер алышыуҙа ойошма рәйесе, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты Әмир Ишемғолов етәкселегендә башҡарма комитет ағзалары, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан» ДТРК-һы, редакция һәм журнал, Башҡорт Википедияһы вәкилдәре ҡатнашты.  

«Бөтә донъя ҡоролтайы гәзите халыҡ трибунаһына әүерелергә, башҡорт халҡының мөһим мәсьәләләрен күтәрергә тейеш. Тап шул саҡта ғына баҫма үҙенең маҡсатына ирешәсәк», — тип билдәләне яңы мәғлүмәт сараһының стратегияһын БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков.

Милли аңды үҫтереүгә, илһөйәрлек рухын күтәреүгә булышлыҡ иткән мәҡәләләр баҫтырырға кәрәк, тип иҫәпләй башҡарма комитет ағзаһы, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева.

Башҡарма комитеттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, мөмкинлектәрҙән сығып, тәүге мәлдәрҙә «Ҡоролтай тауышы»н «Башҡортостан» гәзитенә ҡушымта рәүешендә сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әмир Ишемғолов билдәләүенсә, был киләсәктә «Ҡоролтай тауышы» халҡыбыҙ өсөн мөһим баҫмаға әүерелә алмасаҡ тигәнде аңлатмай.