5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2016 йыл, 17:03

Төбәктә алдан тауыш биреү өсөн өс телдә 920 мең бюллетень әҙерләнгән

фото: «Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда алдан тауыш биреү өсөн өс телдә 920 мең бюллетень әҙерләнгән. «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреү көнөндә ҡатнашыусылар өс телдең береһендә тауыш биреү өсөн бюллетень һайлай ала.

«Беҙ Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буйынса алдан тауыш биреү өсөн әҙерләнгән бюллетендәр алдыҡ. Улар Дәүләт билдәһе фабрикаһында баҫылған, — тип һөйләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин. — Бюллетендәр ике төрҙә: берәүһе партия исемлеге өсөн, икенсеһе — бер мандатлы округтар буйынса. Маҡсат — алдан тауыш биреүҙе ғәҙел, асыҡ итеп үткәреү».  

Алдан тауыш биреүгә туғыҙ көн ҡалды. Әле кандидаттар һайлаусылар менән осраша һәм дебаттар ойошторола. Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙә 107 кеше ҡатнаша, шуларҙың 46-һы «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы түгел. Кандидаттың йәше 21-ҙән кәм булмаҫҡа, ул суд хөкөмөнә тарттырылмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ сит илдәрҙәге активтарға эйә булмауы ла шарт.