10 декабрь, Шәмбе

12 май 2016 йыл, 16:30

Башҡортостан ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялын ойоштороу өсөн 85,9 миллион һум аҡса аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостан ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙы һауыҡтырыу өсөн 85,9 миллион һум аласаҡ.

Аҡса балалары булған ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса бурыстарҙы башҡарыу сиктәрендә берлектә финанслау шарттарында федераль ҡаҙнанан бүленә.