Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм итеү эше буйынса ағалы-ҡустылы Шәйнуровтарға хөкөм ҡарары сығарылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм итеү эше буйынса ағалы-ҡустылы Шәйнуровтарға хөкөм ҡарары сығарылды. Бөгөн, 12 майҙа, Башҡортостандың Юғары судында ошо енәйәт буйынса ултырыш үтте.

Былтыр 22 августа Өфөнөң Калинин районындағы аҙыҡ-түлек магазинында 29, 26 һәм 19 йәшлек өс бер туған ике инкассаторға һөжүм итә. Енәйәтселәр банк хеҙмәткәрҙәренә бензин һибә һәм ут тоҡандыра. Зыян күреүселәр янып китә, уларҙың береһе тәне ныҡ бешеүҙән дауаханала вафат була. Икенсеһе ҡоралға тотоноп өлгөрә, был талаусылырҙы ҡурҡыта ла инде. Улар, аҡса алмайынса, енәйәт урынынан ҡаса.

Егеттәр ғәйептәрен өлөшләтә таныны. Улар әйтеүенсә, инкассаторҙарҙы үлтерергә йыйынмағандар, бары тик банк хеҙмәткәрҙәрен ҡурҡытырға уйлағандар.

Суд Айҙар Шәйнуровты ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 23 йылға, Ирек Шәйнуровты 22 йылға, Әҙип Шәйнуровты 15 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Бынан тыш, хөкөм ителеүселәр зыян күреүселәрҙең туғандарына әхлаҡи зыян өсөн компенсация түләргә тейеш. Ҡарарҙы ун тәүлек эсендә яңынан ҡарарға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть