5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2016 йыл, 15:34

Республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре асылды

фото: «Никольский ҡорамы» тарихи-мәҙәни үҙәге

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре бер туғандар Кирилл һәм Мефодийҙың хәтеренә бағышланған түңәрәк өҫтәлдән башланды. Кисә Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында тематик түңәрәк өҫтәл үтте.

Сарала муниципалитет хакимиәте, Никольский ҡорамы, Башҡортостан рустары соборының урындағы бүлексәһе һәм мәктәп вәкилдәре ҡатнашты.

«Бөгөн рухи тамырҙарға мөрәжәғәт итеү, йәмғиәтте әхлаҡи яҡтан тергеҙеү, рус теленә иғтибарлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәт, илдең һәм тыуған төйәктең яҙмышы өсөн илһөйәрлекте, гражданлыҡты, яуаплылыҡты нығытыуға нигеҙләнгән күп быуатлыҡ традицияларҙы һаҡлау ҙур әһәмиәткә эйә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Никольский ҡорамы» тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Елена Апакова.

Түңәрәк өҫтәлде «Никольский ҡорамы» тарихи-мәҙәни үҙәге, тыуған яҡты өйрәнеү һәм фольклор секторы, балалар китапханаһы ойошторҙо.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 29 майға тиклем төбәктә Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре уҙа. Программала түңәрәк өҫтәлдәр, акциялар, фольклор байрамдары, хор концерттары, күргәҙмәләр, китап марафоны ойоштороу ҡаралған.

24 майҙа Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итеүгә арналған концерт була. Ошо уҡ көндә Бәләбәй районында «От глиняной таблички до печатного станка» байрамын үткәреү күҙаллана. 29 майҙа Өфө районының «Ҡыҙыл Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге XXV боронғо рус йыры республика фольклор байрамында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә.