5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2016 йыл, 15:01

Башҡортостан эҙәрмәндәре Ленинград өлкәһенә экспедицияға барҙы

фото: Владимир Волков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың эҙәрмән отрядтары Ленинград өлкәһенән экспедициянан ҡайтты. 22 апрелдән 12 майға тиклем 100-ҙән ашыу ирекмән «Вороново», «Хандрово», «Волхов фронты» һәм «Погостье» лагерҙарында ҡаҙыныу эштәре алып барҙы. Был хаҡта республика патриотик тәрбиә биреү үҙәгенең саҡырылышҡа әҙерләү бүлеге етәксеһе Владимир Волков һөйләне. Ул үҙе лә ошо сарала әүҙем ҡатнашты.

«Вороново» лагерының эше һәләк булған ҡыҙылармеецтарҙы эҙләүгә йүнәлтелгәйне. Быйыл 36 кешенең һөлдәһе, шулай уҡ дүрт медальон табылды. Уларҙың икәүһе буш, берәүһе уҡылмай һәм бары тик берәүһен генә уҡырға мөмкин. Нуриман районы Байгилде ауылы лицейының «Хәтер» отряды эҙәрмәндәре Новосибирск өлкәһендә тыуып үҫкән Исаак Грибановтың һөлдәһенә юлыҡты. Башҡортостан эҙәрмәне Рәфҡәт Зөлҡәрнәевтың тиҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә яугирҙең туғандары табылды. Бынан тыш, Поречье ауылы янында Межгорье эҙәрмәне Александр Якименко һәләк булған һалдаттарҙың береһендә исем-шәрифе яҙылған ҡалаҡ тапты. Әлеге ваҡытта уның шәхесен асыҡлау буйынса эш алып барыла.

Погостье ауылы эргәһендә Санкт-Петербургтың «Төньяҡ-көнбайыш» эҙәрмәндәр берләшмәһе менән бергә Өфөнөң «Рейд» отряды эшләне. Унда 1942 йылдың ҡышында һәләк булған ҡыҙылармеецтарҙың ҡәберлеге урынлашҡан. «Волхов фронты» лагеры сиктәрендә 40-ҡа яҡын республика эҙәрмәне эшләне, шуларҙың өсәүһе — сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр. Улар иһә 22 яугирҙең һөлдәһен тапты.

«Синявин бейеклектәре» мемориалында Владимир Волковҡа Бәләбәйҙә күмеү өсөн ҡыҙылармеец Николай Митягиндың һөлдәһе тапшырылды.