6 декабрь, Шишәмбе

12 май 2016 йыл, 13:00

14 майҙа республикала егеттәрҙе Ҡораллы Көстәргә оҙатыу башлана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 14 майҙа Башҡортостанда егеттәрҙе Ҡораллы Көстәргә оҙатыу башлана. Яҙғы саҡырылышта хәрби хеҙмәткә алыныусылар Мәскәү һәм Архангельск өлкәләрендә урынлашҡан Ҡоро ер ғәскәрҙәре, Хәрби-йыһан көстәре сафын тулыландырасаҡ.

Башҡортостандың Хәрби комиссариатында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 12 майҙа, йыйылыу пункты граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм оҙатыуға бәйле төп эштәргә тотондо. Бында республиканың барлыҡ райондарынан тиерлек 100 егет килде.

Хеҙмәткә саҡырылыусылар медицина тикшереүе үтә, уларҙың документтары тикшерелә һәм взводтар комплектлана. 14 майҙа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә оҙатыуға арналған тантаналы митинг уҙа. Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Башҡортостан егеттәре Көнбайыш һәм Көньяҡ хәрби округтарының Ҡоро ер ғәскәрҙәренә, Һауа-йыһан көстәренә, Һауаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәренә оҙатыла.

Яҙғы саҡырылышта республиканан 5300-ҙән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алына. Башҡортостанда йәшәүселәр Ҡоро ер, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрен һәм Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрен тулыландырасаҡ.