5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2016 йыл, 11:55

Өфөлә күренекле башҡорт композиторы Айрат Кәримов арабыҙҙан китте

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Башҡорт композиторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Кәримов 76-сы йәшендә донъя ҡуйҙы. Мәрхүм менән бәхилләшеү иртәгә, 13 майҙа, иртәнге сәғәт 11-ҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында уҙа. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 34.

Айрат Таһир улы Кәримов 1941 йылдың 21 ғинуарында танылған башҡорт композиторы Таһир Кәримовтың ғаиләһендә тыуған. 14 йәшендә үк Мәскәүҙә Башҡорт сәнғәте декадаһында ҡатнашҡан, 15 йәшенән башҡорт академия драма театры ансамблендә пианист булып эшләгән. 1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлеген, һуңынан Урал дәүләт консерваторияһын тамамлаған. Консерваториянан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһында, шапито циркында, Орел, Севастополь, Дондағы Ростов филармонияларында концертмейстер булып эшләгән. 1970-1976 йылдарҙа — «Ирәндек» вокаль-инструменталь ансамбленең музыкаль етәксеһе. Республикала Айрат Кәримовтың исемен тәү сиратта эстрада сәнғәтенең үҫеше менән бәйләйҙәр. Ул башҡорт профессиональ музыкаһына танго, джаз-вальс, вальс-бостон, буги-вуги кеүек яңы жанрҙар индерә.

1976 йылда ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиторҙар бүлегенә уҡырға инә. Институтты тамамлағандан һуң Айрат Кәримовтың ижадында хор, шулай уҡ симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәр ҙур урын биләй. 1981-1988 йылдарҙа Республика рус драма театрында музыка бүлеге мөдире булып эшләгән саҡта композитор Өфөнөң төрлө театрҙарында 30-ҙан ашыу спектаклде музыкаль яҡтан биҙәй. М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһы буйынса балеты — композиторҙың иң мәшһүр әҫәре. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығы уңайынан Х.Ғиләжевтың «Ҡырҡ алтынсы һалдат» поэмаһы буйынса «Ҡаһарманлыҡ» әҫәрен, симфоник картиналар ижад итә.

Күренекле музыкант хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Композитор Айрат Кәримов менән һуңғы интервью «Йәмәғәт электрон гәзите»ндә баҫылған.

темалар: юғалтыуҙар