Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының ярымфиналында ҡатнашыусылар билдәле булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы жюрийы беренсе турға йомғаҡ яһаны. Биш илдән килгән 12 йәш музыканттың һигеҙе ярымфиналда ҡатнашыусылар иҫәбенә инде. Улар — Леонид Железный (Рәсәй), Юньфэй Бай (Ҡытай), Мелоди Йе Юань (Канада), Маи Судзуки (Япония), Анна Савкина (Рәсәй), Агнеш Лангер (Венгрия), Александра Ли (Рәсәй), Даниэль Лозакович (Швеция).  

«Конкурста ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Кем икенсе турға үтмәгән, ҡайғырмаһын. Һеҙҙең 12 ҡатнашыусы араһында булыуығыҙ — үҙе үк еңеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Спиваков. — Шулай уҡ икенсе турға үтмәгән музыканттарға ҡағылышлы махсус премиялар буласаҡ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем. Күңелегеҙҙе биреп, илһамланып уйнағыҙ».

Конкурстың II туры бөгөн, 12 майҙа, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә, инеү ирекле. Башҡортостандан берҙән-бер вәкил — 18 йәшлек Анастасия Мамяшева бәйгенән төшөп ҡалды. Әммә өфөләр, республика халҡы Настя өсөн тауыш бирә ала. 11 майҙан 15-нә тиклем конкурстың сайтында Тамашасылар һөйөүе призына тауыш биреү ойошторола. Уның суммаһы 500 мең һум тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть