9 декабрь, Йома

11 май 2016 йыл, 17:49

Йылдың беренсе кварталында төбәктә халыҡтың үлем кимәле һигеҙ процентҡа кәмегән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2016 йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда халыҡтың үлем кимәле һигеҙ процентҡа кәмегән. Медицина ойошмалары етәкселәре менән кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров демографик күрһәткестәр хаҡында һөйләне.

Ағымдағы йылдың өс айында төбәктә бөтәһе 13 158 кеше вафат булған, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда был 990-ға кәмерәк. 13 610 сабый тыуған, был 2015 йылдың тәүге кварталына ҡарағанда 437 балаға аҙ. Тәбиғи үҫеш 452 кеше тәшкил иткән.

Төбәктә сабыйҙар араһында үлем 20 процентҡа кәмегән һәм 5,7 промилле тәшкил иткән, был иһә Рәсәй күрһәткесенән һигеҙ процентҡа кәмерәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

темалар: демография