8 декабрь, Кесе йома

11 май 2016 йыл, 16:53

Владимир Спиваков: «Өфөләге скрипкасылар конкурсы ғәҙәти булмаған приз фонды менән үҙенсәлекле»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы ғәҙәти булмаған приз фонды менән үҙенсәлекле. Улар — танылған оҫталар яһаған дүрт скрипка. Бөгөн матбуғат конференцияһында маэстро үҙе ошо хаҡта белдерҙе.

Беренсе премия өсөн 1895 йылда Италия оҫтаһы Карло Джузеппе Оддоне яһаған скрипка тапшырыла. Хаҡы — 100 мең евро. Уны Францияла Владимир Спиваков үҙе һайлаған, Башҡортостан меценаты, конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Василий Пеганов һатып алған. «Скрипканың яңғырашы иҫ киткес, уны бер кем дә асып ҡарамаған, әйтерһең дә, кисә генә яһалған», — тип билдәләне Владимир Спиваков.  

Икенсе премия — Франция оҫтаһы Алан Карбонарҙың 40 мең евролыҡ скрипкаһы. Владимир Спиваковтың дуҫы лауреатҡа уйын ҡоралын бушлай тапшыра. Оҫта Өфөгә үҙенең ҡыҙы, шулай уҡ скрипка оҫтаһы менән килә. «Берәүһен Алан Карбонар Башҡортостан оркестрына бүләк итәсәк. Ҡыҙы иһә музыка мәктәбенә бәләкәй скрипка ҡалдырасаҡ», — тине Спиваков.

Өсөнсө премия — билдәле скрипка яһау оҫтаһы Вадим Стрельниковтың ҡыҙы, Кремона ҡалаһы оҫтаһы Мария Стрельникованың уйын ҡоралы. «Ошо скрипканы мин үҙем һатып алдым. Ул йәше 150 йылдан ашҡан ағастан яһалған. Мин дә уйнаным, бик оҡшаны. Заманса уйын ҡоралының хаҡы 20 мең евронан башлана», — тип аңлатма бирҙе Владимир Спиваков.

Игорь Улицкий эшләгән дүртенсе скрипканы Мостай Кәрим фонды һатып алған. «Еңеүселәргә ошондай дүрт скрипка бүләк ителәсәк. Бер ниндәй конкурста ла бындай хәл күҙәтелмәй. Йәштәр өсөн иң ҙур проблема — уйын ҡоралын һатып алырға мөмкинлек булмауы», — тине Владимир Спиваков.