8 декабрь, Кесе йома

11 май 2016 йыл, 15:59

Республикала хеҙмәт хаҡы буйынса иң «ҡиммәт» тәҡдимдәр 200 мең һум тәшкил иткән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Апрель айында Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы буйынса иң ҙур тәҡдим 200 мең һум тәшкил иткән, ә республика буйынса уртаса эш хаҡы — 26 мең. HeadHunter сайтында юғары эш хаҡы түләнгән вакансиялар рейтингы баҫылған. Fantosh фирмаһының коммерция директоры вазифаһына 200 мең һумлыҡ оклад, шул уҡ фирманың интернеттағы магазин директорына 100 мең һумдан башлап хеҙмәт хаҡы ҡаралған. Нефть продукттарын һатыу буйынса менеджер ҙа бер ай эсендә шунса сумма һәм унан күберәк аҡса эшләй ала. Конструкторҙар бюроһы начальнигына — 150 мең, мобиль ҡулайламалар әҙерләү бүлеге етәксеһенә 150-210 мең һум хеҙмәт хаҡы тәҡдим ителгән.

Дәүләкән фирмаһындағы баш технологтың оклады 70 мең һумдан башлана. Өфөләге күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһе эш тәжрибәһе булмаған риэлторға 65 мең һумдан алып түләргә әҙер.

«Уртаса эш хаҡынан күпкә юғарыраҡ булған тәҡдимдәр араһында 50 мең һум өҫтөнлөк итә. Дөйөм алғанда, уҙған йылдың апрель айы менән сағыштырғанда, Башҡортостанда вакансиялар һаны 46 процентҡа артҡан. Конкурс бер урынға ете кеше тәшкил иткән», — тип хәбәр итте Урал федераль округы һәм Себер федераль округы буйынса HeadHunter компанияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елана Таращук.

темалар: хеҙмәт хаҡы