11 декабрь, Йәкшәмбе

11 май 2016 йыл, 15:14

Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» фестивалендә 10 мең самаһы кеше ҡатнаша

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» фестивалендә 10 мең самаһы кеше ҡатнаша. Илдәге ҙур веломарафон 22 майҙа үтә. Республиканың баш ҡалаһында ул алтынсы тапҡыр уҙғарыла.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, фестивалдә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Сара ике өлөштән: ҡала буйлап велоуҙыштан һәм мәҙәни-күңел асыу программаһынан тора. Ҡатнашыусылар көндөҙгө сәғәт 12-лә Ленин исемендәге майҙандан старт ала, сәғәт 11-ҙән теркәү үтергә мөмкин.

Велоуҙыш Ленин исемендәге майҙан — Октябрь проспекты — Октябрҙең 50 йыллығы урамы — Революция урамы — Ленин урамы — Пушкин урамы —  Театр урамы — Зәки Вәлиди урамы — Конгресс-холл маршруты буйынса уҙа.

Башҡортостандың Велосипедсылар союзы рәйесе Раил Ғабдуллин әйтеүенсә, быйыл финишта ҡатнашыусыларҙы уйындар, балалар өсөн ҙур программа, ижади оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, «Аш-Маркет» урындағы аш-һыу фестивале, музыкаль төркөмдәрҙең концерты көтә.

Алдан хәбәр ителгәнсә, был көндә фестивалде үткәреү барышында юл хәрәкәте туҡтатыла. Ҡала хакимиәтендә раҫланған тейешле график рәсми сайтта урынлаштырылған.