9 декабрь, Йома

11 май 2016 йыл, 14:01

Башҡортостанда «Үҙем йырлайым, үҙем уйнайым» төбәк-ара конкурсы уҙа

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Төбәктә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовтың ижадына арналған «Үҙем йырлайым, үҙем уйнайым» төбәк-ара конкурсы ойошторола. Сара 14 майҙа Туймазы ҡалаһында уҙа. Бәйгенең төп маҡсаты — татар музыка сәнғәтенең традицион уйын ҡоралдарын, тәү сиратта тальянды пропагандалау, халыҡ ижадын үҫтереү һәм яңы һәләттәр асыу.

Ойоштороусылары — «Рамаҙан» төрки милли-мәғрифәтселек үҙәге, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто, Туймазы районы хакимиәте, Туймазы татар дәүләт драма театры.

Конкурста Башҡортостандан, Татарстандан, Һамар өлкәһенән һәм Мәскәүҙән 55 йәшкәсә 32 үҙешмәкәр артист ҡатнаша. Һәр ҡатнашыусы татар халыҡ йырын һәм татар композиторы әҫәрен тальянда йәки ике рәтле гармунда уйнап башҡарырға тейеш.

Туймазы районы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың ойоштороу комитетын композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, «Рамаҙан» төрки милли-мәғрифәтселек үҙәге идараһы ағзаһы Фәнир Ғәлимов етәкләй. Жюри рәйесе — Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов. Жюри составына танылған йырсылар һәм композиторҙар Фәдис Ғәниев, Марат Шәрипов, Кирам Сатиев, Зифа Нагаева, Мәғәриф Әхмәҙиев, Илгиз Закиров ингән.