8 декабрь, Кесе йома

11 май 2016 йыл, 12:30

Өфөнөң ҡаяға үрмәләүселәре — Рәсәйҙә иң яҡшылары

фото: ҡаяға үрмәләү федерацияһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 1-4 майҙа Пермдә «ауырлыҡ» дисциплинаһында ҡаяға үрмәләү буйынса ил беренселеге һәм «тиҙлек» дисциплинаһында бөтә Рәсәй ярыштары уҙҙы.

Башҡортостандың Ҡаяға үрмәләү федерацияһында хәбәр итеүҙәренсә, «ауырлыҡ»та Өфө спортсыһы Дарья Кан өсөнсө урын алды.

Юниорҙар араһында «тиҙлек» дисциплинаһында беренсе урынды шул уҡ Дарья Кан яуланы, өсөнсөлә — Өфөнән Ирина Сабитова. Салауат ҡалаһынан Павел Кругов юниорҙар араһында еңеүсе булды, был уға спорт мастерына нормативты үтәргә мөмкинлек бирҙе.

Республиканың ҡаяға үрмәләүселәре өсөн киләһе мөһим старт — Рәсәй чемпионаты май аҙағында Красноярскиҙа уҙа.

темалар: ҡаяға үрмәләү