Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡоралды һәм боеприпастарҙы үҙ ирке менән тапшырған өсөн бүләкләү күләме арттырылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан Хөкүмәте законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм боеприпастарҙы үҙ ирке менән тапшырған өсөн граждандарҙы бүләкләү күләменә үҙгәрештәр индерҙе. Тейешле ҡарар республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документтан күренеүенсә, хәрби ҡоралдың бер берәмеге өсөн 10 мең һумдан 25 мең һумғаса бүләкләү ҡаралған. Мәҫәлән, пистолет йәки револьвер өсөн — 10 мең һум, миномет, гранатомет йәки пулемет өсөн — 25 мең, автомат өсөн — 20 мең, винтовка йәки карабинға 15 мең һум билдәләнгән. Исемлектә шулай уҡ ҡулдан яһалған ҡорал, боеприпастар, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡорамалдары бар. Йөҙ грамм тротил һәм аммонит өсөн — биш мең, патрондың бер данаһы өсөн 30 һум түләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть