4 декабрь, Йәкшәмбе

11 май 2016 йыл, 11:05

Республикала Мордовия һәм Волгоград өлкәһе делегациялары социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге тәжрибәне өйрәнәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Мордовия Республикаһы һәм Волгоград өлкәһенең халыҡты социаль яҡлау системаһы вәкилдәре халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге хеҙмәттәрҙе дәүләткә ҡарамаған секторға күсереү буйынса төбәк тәжрибәһен өйрәнәсәк. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич юғары баһаланы һәм бөтә илдә таратырға тәҡдим итте.

Төбәк вәкилдәре республикаға 12 майҙа килә. Мордовия делегацияһын халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Сергей Купцов, Волгоград өлкәһе вәкилдәрен халыҡты социаль яҡлау комитетының социаль хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы Елена Тришина етәкләй.

Беренсе көндә ҡунаҡтар өсөн Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында түңәрәк өҫтәл ойошторола. Һуңынан улар халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эше менән танышасаҡ. Атап әйткәндә, делегациялар баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы «Феникс», Благовещен ҡалаһындағы «Изгелек» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәренә барасаҡ. 13 майҙа иһә Дүртөйлөләге «Хәстәрлек» һәм Кушнаренко районындағы «Ышаныс» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрен ҡараясаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Роза Кузьменко.

темалар: социаль яҡлау