Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы ултырышында дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчет бирәсәк

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

19 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында 2015 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчет бирәсәк. Депутаттар бөтәһе 50-гә яҡын мәсьәләне ҡарарға ниәтләй.

Республиканың 14 закон проектын икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим ителгән. Башҡортостандың Һайлау кодексына, граждандарҙың мөрәжәғәттәре, урындағы үҙидара, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индереү күҙаллана.

Һигеҙ закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн 30-сы пленар ултырыштың көн тәртибенә индерелгән. Үҙгәрештәр социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, мәҙәни мираҫ объекттары, бушлай юридик ярҙам тураһындағы закондарға ҡағыла.

Бынан тыш, закон сығарыусылар иғтибарына тәүге тапҡыр «Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтар өсөн тәрбиәгә алыусы ғаиләләр тураһында»ғы закон проекты тәҡдим ителә. Ул өлкән йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота.

Көн тәртибендәге тағы 18 мәсьәлә федераль закон проекттарына ҡағыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть