Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Республикала планлаштырылған майҙандарҙың яртыһында сәсеү эштәре башҡарылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан аграрийҙары 1034 мең гектарҙа, йәғни планлаштырылған майҙандарҙың яртыһында сәсеүҙе тамамлаған.

773 мең гектар майҙанда (58 процент) — иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 33,8 мең гектарҙа (68 процент) — шәкәр сөгөлдөрө, 141,6 мең гектарҙа (71 процент) — көнбағыш, 4,3 мең гектарҙа (22 процент) орлоҡҡа кукуруз сәселгән.

Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек төбәктә яҙғы сәсеү тәғәйенләнгән майҙандарҙың 19 процентында башҡарылған.

Быйыл республикала дөйөм сәсеү майҙаны 3,157 миллион гектар тәшкил итә. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 100 мең гектарға күберәк, тип билдәләнеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть