11 декабрь, Йәкшәмбе

10 май 2016 йыл, 16:36

Өфөлә Мостай Кәрим әҫәрҙәренең береһе буйынса спектакль күрһәтелә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 майҙа Салауат башҡорт драма театры артистары өфөләргә һуңғы премьераларының береһен тәҡдим итә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса «Ерҙәштәр» спектакле ҡуйыла. Уны Мәскәү режиссеры Антон Федоров сәхнәләштергән.

«Спектакль бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Ул Мостай Кәримдең көслө әҫәрҙәренең береһенә нигеҙләнгән, — тип билдәләне театрҙың баш режиссеры Зиннур Сөләймәнов. — Режиссер Антон Федоров Мостай Кәрим һалған мөхитте тыуҙыра алған. Спектакль ике сәғәт бара».

Костюмдар буйынса рәссам — Наталья Юганова, музыкаль яҡтан биҙәүсе — Алексей Айги һәм Антон Федоров. Ролдәрҙе Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңнулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлшат һәм Рим Зыязетдиновтар, Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, артистар Рөстәм Фазылов, Ринат Ибәтуллин, шулай уҡ театрҙың йәш артистары башҡара. Артистар әйтеүенсә, уларға Антон Федоров менән эшләүе оҡшаған. Театр артабан да йәш режиссер менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.

Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә. Киске сәғәт 7-лә башлана.