Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы — бөтә Рәсәй мәғлүмәт асыҡлығы рейтингында лидер

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты 2016 йылда Рәсәйҙәге төбәк үҫеш корпорацияларының мәғлүмәт яғынан асыҡлығы рейтингын төҙөгән. Ундағы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы Калининград өлкәһенең Үҫеш корпорацияһынан ҡала икенсе урын яуланы. Алдынғы бишәү иҫәбендә шулай уҡ Вологда, Омск һәм Ульяновск өлкәләре бар. Бөтәһе рейтингка 44 компания ингән.  

Ойоштороусылар әйтеүенсә, рейтинг «Рәсәй инвестиция форумдары рейтингын төҙөү һәм аналитик яҡтан оҙатыу» проекты сиктәрендә әҙерләнгән.

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, төбәк корпорацияларын баһалағанда бер нисә фактор иҫәпкә алынған. Рәсми сайттың, корпорация, инвестиция проекттары хаҡында мәғлүмәттең, шулай уҡ халыҡ-ара асыҡлыҡтың булыуы мөһим.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть