Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә легаль булмаған эшҡыуарҙар һаны арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Республикала йылдан-йыл законһыҙ рәүештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны арта, тип белдерҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, төрлө сайттарҙа өйҙә хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса бик күп тәҡдимдәр баҫыла. Әммә уларҙың бер өлөшө генә һалым органдарында шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән.  

Төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙән, әйберҙәр һатыуҙан тотороҡло килем алған граждандар бындай бизнестың законһыҙ булыуын һәм уның өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралғанлығын уйлап та бирмәй, тип билдәләнеләр һалым идаралығында.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо йылдың апрелендә Өфөнөң Октябрь районында ғына 15 «легаль булмаған» эшҡыуар законһыҙ рәүештә парикмахер, маникюр, пассажир һәм йөк ташыу, торлаҡты ҡуртымға биреү кеүек хеҙмәттәр күрһәткән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть