6 декабрь, Шишәмбе

10 май 2016 йыл, 14:25

Республикала «Таланттар йондоҙлоғо» инвалид балалар ижады конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 30 майҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Таланттар йондоҙлоғо» сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар ижады VI асыҡ конкурсының гала-концерты була. Конкурстың ойоштороусылары — Өфөнөң һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәге һәм «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

Быйыл бәйгелә бөтә республиканан 60-ҡа яҡын бала һәм үҫмер ҡатнашты. Улар вокал сәнғәте, нәфис һүҙ, инструменталь башҡарыу, халыҡ бейеүе, ым-ишара менән йырлау һәм үҙенсәлекле жанр кеүек номинацияларҙа үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте.

Өфөләге йомғаҡлау гала-концертында 12 иң яҡшы номер күрһәтеләсәк, еңеүселәр һәм лауреаттар исеме асыҡланасаҡ.

Был көндә театр алдында Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан балалар өсөн байрам ойошторола.

Сара көндөҙгө 4-се яртыла башлана.